
Бенгал уты
“Ҡара әле, ниндәй матур!” –
Кесе-оло һоҡлана:
Ҡараңғылыҡ ҡосағында
Утлы шарлауыҡ аға!
Бенгал уты осҡон сәсә,
Мең йондоҙо атыла.
Балаларҙың күҙҙәрендә
Өмөт, шатлыҡ артыла!
Ығы-зығы артҡа күсә
Ул мөғжизә алдында.
Аҙ булһа ла, ғүмер үтә
Хозурлыҡ донъяһында.
Бенгал уты янып бөтә -
Ҡыҫҡа уның ғүмере.
Мең йондоҙо ғәйеп була,
Тороп ҡала күмере.
Һүнһә һүнһен бенгал уты,
Яҙмышылыр, күрәһең –
Тик әҙәмдең күҙҙәрендә
Өмөт уты һүнмәһен!
Башҡорт исемдәре
Бөткөһөҙ шул башҡорт исемдәре!
Ҡанса булыр, тип, һорамағыҙ.
Умартала бал ҡорто иҫәбен
Һанап ҡарау, ахыры, файҙаһыҙ.
“Башҡорт исемдәре” китабында
Йөҙәрләгән шәхес йыйылған.
Таңһылыу апайҙың* бай һандығы
Алтын-көмөштәрҙән ҡыйылған.
Исемдәрҙе күҙләп, күҙаллайбыҙ:
Бында батыр башҡорт улдары!
Уралтауҙың ҡуйынында тыуған
Һылыуҡайҙар - башҡорт ҡыҙҙары!
Бихисап шул башҡорт исемдәре –
Йәшәйешебеҙҙең көҙгөһө!
Данлы башҡорт тарихы билдәһе,
Бөйөк шәжәрәбеҙ өлгөһө!
*Таңһылыу Кусимова.
0 комментариев
0 классов
Һүҙҙән уйға…
Әйттем үҙем: Һөйләшәбеҙ
Йыһан аша көноҙаҡ.
Ҡыҫҡартайыҡ әңгәмәне –
Ваҡыт бит - алтын ҡоҙоҡ!
Әйттең үҙең: Шулай булһын –
Һан сифатҡа әйләнһен!
Һүҙ тартылһын һығымтаға -
Берәгәй уй төйнәлһен!
Яулайһың ғилем үрҙәрен,
Хоҙай биргән аҡылды.
Рәхмәт инде, аҡҡошҡайым –
Бына, шиғыр яҙылды!
Раушания
Дөрөҫтөр ул - ниндәй исем - шуға
Лайыҡ, имеш, әҙәм балаһы.
Сабый тыуғас, шатлыҡ, аҡ бәхеттәр
Теләй бит ул әсә - атаһы.
Раушания - «Шатлыҡ, саф аҡ сәскә!»
Матурлыҡҡа донъя баш эйгән!
Ҡараштарың моңло һағыш ҡына,
Шатлыҡтарың ҡайҙа йәшенгән?!
Раушания – «Бәхет, яҡты хыял!» -
Зинһар тормошоңа инһендәр!
Исемеңә, иркәм, тап килһен дә,
Шатлыҡтарың балҡып китһендәр!
Килер яҡтылыҡ
Фонарҙар быҙлай –
Яҡтылыҡ һыҙмай.
Урамда саҡта
Боҙҙа, тайғаҡта
Йығылып ятма –
Һағыраҡ атла!
Түгелһең парадта.
Фонарҙар яныр,
Яңынан балҡыр,
Күкрәк һуҡҡанда
Сама тотҡанда.
Фонарҙар быҙлай -
Гел булмаҫ былай.
Килер тыныслыҡ,
Тыуыр яҡтылыҡ -
Йөҙҙәребеҙ ҙә
Балҡыр, яҡтырып!
18.12.25.
0 комментариев
0 классов
Көлгә әйлән, зобани!
1919 йылдың мартындаҠыҙыл армия яғына сыҡҡан
яугирҙар Шәйехзада Бабич һәм Ғәбделхәй Иркәбаев
вәхшиҙәрсә язалап үлтерелә.
Йөҙ йыл да уҙмаған әле –
Кисә генә булғандай:
Темәстән Ҡыҙыл Мәсеткә
Йылғыр малҡай юрғалай.
Алтын да юҡ, аҡыҡ та юҡ
Пар ҡанатлы санала:
Халҡына нур таратмаҡсы
Ике башҡорт балаһы.
Артылыштан аҫҡа тарта
Йылайырҙың урамы.
Зобаниҙар эт тубығы:
Мыжғышалар, сыуалып.
Бәдбәхеттәр ҡоторалар –
Башҡорттарҙы һуялар!
Ауыҙҙары, морондары
Ҡара ҡанға буялған!
Зобаниҙар ҡаныҡҡандар –
Язалай, мыҫҡыл ҡыла;
Ҡоторған эттәй ҡылана,
Сумған яуызлығына!
Ҡанэскестәр ҡанға туймай –
Тамуҡҡа тура атлай:
Бабич менән Иркәбайҙы
Ҡылыс ҡармап тураҡлай!
Ике йәш баланың ҡаны
Ҡара тарихта ҡала -
Зобаниҙар нәҫеленә
Юйылмаҫ инәү һала.
1999й.
0 комментариев
0 классов
Ил ағаһы
Мортаза Рәхимовҡа, февраль, 2014 йыл
Артҡа бармай тарих, алға бара,
Тетрәнеүҙәр аша уҙһа ла.
Халыҡ бара тарих арбаһында -
Йә юл яра, йәки юғала.
Бар бәғзеләр - юлға боҙ һала.
Егерменсе быуат аҙағында
Мортазаны халыҡ һайланы.
Халыҡ менән тарих арбаһында
Бер булды ул, бергә ҡайнаны -
Шатлыҡтарҙы бүлеп, ҡазаны…
Анһат түгел хатта тауыҡ көтөү –
Илде алға тартып ҡара әле!
Ил байлығын тар – мар ҡыла бәғзе –
Бер көн менән йәшәү бар әле!
“Халыҡ”, тиеп, алдаҡ юлға баҫып,
“Халыҡ”, тиеп, һатып сафсата,
Шул халыҡты ярты тингә һатып
Мәж килеүсе “дуҫтар” бар саҡта
Еңел түгел ил уҙаманына
Аҡ – ҡараны бүлеп алырға,
Күптәр аңды – түңде юғалтҡанда
Айыҡ аҡыл менән ҡалырға!
Кем һуң иңҡар итер – был йылдарҙа
Мәҙәниәт сәскә атҡанын,
Ил буйынса йөрөп, Мортазаның
Күпме мәктәптәрҙе асҡанын!
Кем һуң иңҡар итер – халыҡтарҙың
Теле, йөҙө, рухы асылды –
Дуҫлыҡ тыумай сағыу лозунгыла,
Дуҫлыҡ тыуа бары асылда!
Сара ҡылыу, ҡарар юллау өсөн
Көндәр түгел, төндәр уҙғандыр.
Ҡөҙрәт биреп, өмөт ҡабыҙыусы
Халыҡ ышанысы булғандыр.
Ил ҡеүәтен үҫтерергә - һүҙ юҡ,
Туҙҙырмаҫҡа булған байлыҡты.
Ер - әсәне рәнйетмәҫкә берүк –
Шул фәлсәфә өҫкә ҡалыҡты.
Кәңәшсеһе булды Мортазаның
Ил инәһе, ил ағалары.
Алтын ҡурай уйнап, атта сабып,
Үҫеп етте ил балалары!
Ил ғүмере – үҙе ғүмерендәй,
Үҙ яҙмышы – халыҡ яҙмышы!
Мортазаға һаман тынғы бирмәй
Ғәзиз иле, халыҡ булмышы!
Беҙ яҙабыҙ теләктәр
Флора һылыуыма
Яҡындарға беҙ теләйбеҙ
Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхеттәр!
Тәндең, рухтың иҫәнлеге
Үҙе лә бер бәхеттер.
Бәхет баҙарҙа һатылмай,
Үҙ ваҡытын һайлаусан.
Тауис ҡошо ҡаурыйҙары
Йәнә тиҙ ҡойолоусан.
Йәшәйештең менгән аты -
Быуын ебен һаҡлау бар.
Ата-баба аманатын
Артабан тапшырыу бар!
"Шул шөғөл түгелме икән
Бәхет менән ауаздаш?"
...Ҡасандыр һорап ҡуйғайны
Бер уҙаман-замандаш.
Бәхет ул - мәңгелек, тиеп,
Күҙаллауы ҡыйындыр.
Маташмаҫбыҙ иңҡар итеп,
Әйтһәләр: “Ул хыялдыр”.
Һаулыҡ, бәхет…Тағы ниҙер
Һиҙенгән һымаҡ йөрәк…
Беҙ яҙабыҙ теләктәрҙә:
Һаулыҡ, бәхет, Мөхәббәт!
0 комментариев
0 классов
Хеҙмәт ветераны, яратҡан уҡытыусыбыҙ Фәүзәнә Әйүп ҡыҙы Аҡмановаға
Матур Өфө ҡалаһында
Бер мәктәп тора балҡып.
Был ҡотло белем усағын
Белә бар башҡорт халҡы.
Меңдәрҙең ул йөрәгендә
Изге тыуған йорт кеүек!
Уҡытыусы-тәрбиәсе
Әсәй-атайҙар кеүек!
Фәүзәнә апай, был йорт менән
Яҙмышығыҙ бәйләнде.
Фатима апай* фатихаһы
Ҙур ғүмергә әйләнде.
Мәғәнәле тормош юлы,
Хеҙмәтегеҙ фиҙакәр.
Ҡанат алған уҡыусылар
Рәхмәтлеләр йөрәктән!
Фәүзәнә апай, Үҫәргәндең
Сылтырап аҡһын һыуҙары!
Илһамланып, йырҙар һуҙһын
Матур башҡорт ҡыҙҙары!
*Фатима Мостафина – легендар шәхес, республика мәғариф министры. Заманында Мәскәү юғары уҡыу йортон тамамлаған Фәүзәнә Аҡмановаға Өфөләге 1- се һанлы мәктәп-интернатҡа эшкә урынлашырға кәңәш бирә.
Йөрәк йылыһы
Уҡытыусыбыҙ Яхина Мәхтүмә Ислам ҡыҙына
Илебеҙҙең үҫмер ул-ҡыҙҙары
Әйтерһең дә, һинең ҡошсоҡтарың.
Асаһың уларға бер-бер артлы
Был донъяның хозур офоҡтарын.
Һалып зиһенеңде, күҙ нурыңды,
Үҙ балаңдай күреп уҡыусыңды,
Алға барыу, ҡуйып бурысыңды –
Йәшәү шартың шулдыр, уҡытыусым!
Ишетәмен әлдән-әле бер моң –
Мәктәп ҡыңғырауы зыңлағандай!
Йөрәгең йылыһын һаҡлағанмын,
Һаман да яратҡан ҡошсоғоңдай!
Зауряд есаул Исхаков
Әнүәр ағайға
Шәжәрәмде асып бирҙе
Әсфәндиәр* остазым.
Ейәндәргә еткерергә -
Кисекмәҫ бурыстарым.
Зауряд есаул Исхаков,
Исеме – Амангилде.
Бишенсе быуын ҡартайым -
Фамилиям унан килде.
Рәхмәт, Әнүәр Закир улы!
Бөйөк эштәр атҡарҙың.
Түктең күҙҙәреңдең нурын,
Тәҫләп, тамыр аҡтарҙың!
Асаһы, ай, бар шул, ағай,
Уҡтай тарихыбыҙҙы:
Яйға һалыу шарты, буғай,
Ошо тормошобоҙҙо.
Бонапарт оҫта тупсылыр,
Кутузов та ҡалмайҙыр,
Бер яугир бер башаҡ булһа,
Көлтә-көлтә ҡолайҙыр!…**
Француздар белә тарихын
Энәһенән ебенә.
Биш быуын атам хаҡында
Белмәйем бит бер нимә!
Зауряд есаул Исхаков
Һуғыштан ҡалмағандыр?
Бәлки ҡурай уйнағандыр,
Бәлки шиғыр яҙғандыр.
Ағас эшен белмәй булмаҫ,
Уҡты оҫта атҡандыр.
Каруанһарайҙы төҙөүҙә
Бәлки ул ҡатнашҡандыр?
Ике генә быуат аша
Күҙаллап та ҡарайым…
Өҙөктө нисек ялғарға –
Әйтсе, Әнүәр ағайым!
Милләттәшем, бурыс тора
Тарих ебен ялғарға,
Шәжәрәбеҙҙе барларға,
Халҡыбыҙҙы яҡларға!
*Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы – атаҡлы тарихсы, профессор.
**Ватан һуғышы аҙағында 1-се Башҡорт полкынан 115 кеше иҫән ҡала.
Марат Мөхәмәтйән улы Хафизовҡа
22.11.19.
Марат ағай, беҙ – кескенә сәпсектәргә
Өлгө лә һин, ҡурсалаусы, юл ярыусы!
Остазыбыҙ! Беҙ әле лә өйрәнсектәр,
Һин – тарихты ташҡа яҙған ҙур яҙыусы!
Беҙ ғорурбыҙ – ҡоробоҙҙоң уртаһында
Ҙур йөрәкле мөғәллимдер миһырбанлы.
Мәшһүр әҙиптең тоғ(о)ро вариҫтары,
Ҙур шатлыҡҡа бына бөгөн йыйылғанбыҙ.
Һауаларҙа осҡан сыңрау торналар ҙа
Яҙаларҙыр халҡыбыҙҙың тарихтарын.
Беҙҙең ҡулда бөгөгө көн яҙмалары,
Барыбыҙ ҙа ата-баба вариҫтары.
0 комментариев
3 класса
Ҡыуаныс
“Ҡыуаныс бик килеп бармай,” тинең –
Шуны мин дә йөрөнөм уйлап.
Йылмайған йөҙҙәр бик һирәк, эйе –
Быны көн дә һүрәтләй урам.
Бөгөн төшөн, йомарт ҡояш менән
Урам буйлап киләм, көн ҡыуып.
Артыҡ шашмай, шаярышып-көлөп,
Атлай ҡаршы дәртле йәш быуын.
Бер ҡыҙ миңә ҡарап, ҡаш һикерткәс,
Ирекһеҙҙән, ҡартлас, йылмайҙым.
Бына бит, башҡаның шатлығына
Хуш күңелдән мин дә ҡыуандым.
...”Ҡыуаныс бик килмәй,” тигәнеңә
Бер яуап табылды, туғаным.
0 комментариев
1 класс
Ҡатынҡай
Йәйҙең эҫе мәле. Урман йәме.
Һарғайышҡан әрһеҙ ҡылғандар.
Ҡарағайҙар, йәш һалдаттар кеүек,
Тура сафта тынып ҡалғандар.
Башҡорт кейемендә ҡатын тора,
Ағас күкрәгенә һыйынған.
Әйтерһең дә туғанҡайын тапҡан –
Осрашыуҙан ифрат һөйөнгән.
Әммә вайран вайымһыҙ ҡарашы
Ҡояштың үҙенә төбәлгән.
Ә еләне сулпыларҙан уңған –
Батшалар баш һалып йөрөгән!
Ҡарағайҙың ҡытыршы һыртына
Ҡатынҡайҙың ҡулы һырынған.
Күҙҙәренә, әгәр, ҡарай алһаң,
Һағыш, ҡарғыш ҡатнаш һыҙылған...
...Рухы һүнмәҫ, юҡ, юғалмған!
0 комментариев
4 класса
Болот
Ҡибланан ҡыйылып ағылды
Ҡараһыу ҡарағош- болоттар.
Тиҙ ара бер ҡорға йыйылды,
Ер өҫтө ҙур ҡорма ҡоролдо.
Ямғыры йыуҙы бар донъяны,
Ҡара һыуҙар ағып туҡталды.
Япраҡтары лысма һыу булғас,
Ағастар ҙа, ойоп, тын ҡалды.
Алпамыша-болот артабан,
Яландарҙы йылдам һуғарҙы.
Алла алдындағы бурысын
Яҡшы аттай әүҙем ауҙарҙы.
Кем хаҡлы?
…Азаттың аҡылдан яҙғанын күреп, Эри телһеҙ ҡалғайны.
Ә. Үтәбай. Хушлашыу.
Азат, Эри! Ғаләм бәндәләре!
Сәстәрегеҙ сәскә бәйләнде.
Ғәҙелме һуң – һөйөү хәлифтәре
Һөйөү ҡорбанына әйләнде!
Эри, Азат! Саф бәғеркәйҙәрем!
Мөхәббәт яҙында ҡалығыҙ!
Ғаләм бүләк иткән был бәхетте
Фиҙа ҡылырға юҡ хаҡығыҙ!
Әй, Үтәбай! Ҡабат алың ҡәләм!
Һин пәйғәмбәр бында ҡөҙрәтле:
Азат аңлы булһын, Эри телле –
Үҙ хатаңды үҙең төҙәтсе!
0 комментариев
0 классов
Юлай Ғәйнетдингә, тыуған көнөнә.
2014, йыл башы.
Башҡорттоң бер иле бар
Уралдың тап артында.
Хазиналар тупланған
Тауҙарҙа, яланында.
Был илдәге кешеләр
Һаҡмар һыуын эсәләр.
Дан төйәк, илгә терәк
Баймаҡ, тип исемләнә.
Баймаҡтың егеттәре
Ажар, эшсән, теремек.
Йыр – бейеүгә тигәндә -
Бар башҡортҡа етерлек!
Шул егеттәр араһы,
Эҙләп мәшғүл булмасы,
Балҡып йәшәй йондоҙҙай
Ғәйнетдинов ҡурайсы!
Баймаҡтың күп байлығы –
Гәүһәр, яҡут, алтыны.
Йөҙ мең тапҡыр арҙаҡлы
Халыҡ рухы байлығы!
Шул хазинаны йыйып,
Йән, ғәм өрөп, үҫтереп
Йәшәй Юлай Ғәйнетдин,
Халыҡ күңелен күреп!
Батырҙы данлар өсөн
Баҙнат юллау кәрәкмәҫ –
Бөтә башҡорт иленән
Юлай ҡустыма рәхмәт!
Ташҡын
Бала ваҡыт. Ауылымдың яҙы.
“Һыу ташҡан!” тип оран яңғырай!
Күбектәрен сәсеп, яр емереп,
Юшатырым тулай айғырҙай!
Яр буйында халыҡ. Юшатырҡай
Йәйрәп аға, боҙҙар йөҙҙөрөп.
Усаҡ яна, берәү гармун уйнай,
Сая ҡыҙҙар баҫа өҙҙөрөп.
Бер йәш егет, элмәккә таш элеп,
Аръяҡ менән ажар атыша.
Икенсеһе, ярһыу ат йөҙҙөрөп,
Дүнмәҫ даръя менән алыша…
Күптән юҡҡа сыҡҡан ул ташҡындар –
Ни тарафта хәҙер яҙ һыуы?
Күптән йөрәктәрҙе ашҡындырмай
Диңгеҙ яуы, диңгеҙ ярһыуы!
Юрағайным быйыл: диңгеҙ булһын
Башҡорт урманының ҡар һыуы!
Баҫһын, тинем, яҙғы оло ташҡын,
Алһын, тинем, йөрәк ярһыуын!
…Юрауымды тәңре тыңланымы-
Һыуға сумды башҡорт урманы!
Һаҡмар тулды. Ырымбурҙы баҫты.
Күптән ундай ташҡын булманы.
0 комментариев
2 класса
Көҙгө сәскәләр
Көҙгө сәскәләр –
Серле сәсмәләр.
Хозурҙар улар,
Ғорурҙар улар.
Ул сәскәләрҙән
Күҙем алмайым.
Матурлығына
Туя алмайым.
Көн дә ҡарайым,
Өндәп ҡарайым,
Инде арбайым –
Яуап алмайым.
Гөлдәр күҙ һалмай,
Бер ҙә ҡарамай.
Мине аңламай,
Йәнде аямай.
Бер гүзәл дә шул –
Сәскә ише ул,
Фиғеле шулай –
Күрмәй, тыңламай.
Күрмәһә лә ул,
Түҙәрмен буғай.
Көҙҙәрем шулай
Өҙәрем туғай.
Эсәр һыуҙар
Илгә бағып, иллә, иҫкә алдым
Ҡан эскән серекәй, ҡандаланы…
Тарихта булалыр бөжәктең дә
Был шөғөлдән туймай шартлағаны.
Күпме йылдар башҡорт ерен талай
Уйламаған илде, киләсәкте!
Быуат буйы ер - әсәнең ҡанын
Һурып туймай убыр килмешәктәр!
Хоҙай биргән әҙәм балаһына
Эсәр һыулы көмөш йылғаларын…
“Эсәр һыу”, тип әйтер алда, туған,
Ҡаҙып ҡара аҫтын ҡалаларҙың!
Милләттәшем! Ҡайҙа йәшәһәң дә,
(Э)Рәсәйҙең улы, ҡыҙыһың да –
Башҡортостанда йәшәйһең икән –
Ошо ерҙе һаҡлау – бурысың да!
Ватандаштар!
Әсә ҡыҙы булһаҡ, ата улы –
Еребеҙҙе, һыуыбыҙҙы һаҡлайыҡсы!
Хоҡуҡтарҙы яҙып байраҡтарға,
Донъя менән бергә атлайыҡсы!
0 комментариев
0 классов
Фильтр
Бенгал уты
...- Класс
Һүҙҙән уйға…
...- Класс
- Класс
Ил ағаһы
...- Класс
Ҡыуаныс
...Ҡатынҡай
...Болот
...- Класс
Көҙгө сәскәләр
...- Класс
загрузка
Показать ещёНапишите, что Вы ищете, и мы постараемся это найти!
Левая колонка
О группе
Здесь авторы пишут свои стихи на БАШКИРСКОМ. В сутки каждый может открыть ОДНУ тему, не более.
- Уфа
Показать еще
Скрыть информацию
Фото из альбомов
Ссылки на группу
66 404 участника
2 493 участника
1 880 участников

